16:18 (UTC+5), 04 Марта 2010

Стәрлетамаҡта эш хаҡын түләмәү факты буйынса енәйәт эше асылды

Елена Макушина
РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығының Стәрлетамаҡ буйынса тикшереү бүлеге «УЗБАШавто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең экс-директорына ҡарата енәйәт эше асты. Эш РФ Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһы 1-сө өлөшө (предприятие етәксеһенең, яуыз йәки башҡа төрлө шәхси мәнфәғәтенән сығып, ике айҙан ашыу эш хаҡы түләмәүе) буйынса ҡуҙғатылды.
РФ прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы етәксеһенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса ярҙамсыһы Светлана Абрамова хәбәр итеүенсә, Кунчераев етәкселегендәге предприятиеның 50-нән ашыу хеҙмәткәре 10 ай буйына эш хаҡы алмаған, йыйылған сумма 10 миллион һумдан ашып киткән. Шул уҡ ваҡытта «УЗБАШавто» директоры үҙе кассала булған ҡулаҡсаны үҙ мәнфәғәтендә тотонған: башҡа предприятиеға йыллыҡ 2 процент менән займ сифатында биреп торған, үҙ ихтыяждары өсөн 750 мең һумлыҡ автомобиль һатып алған, реклама роликтары прокатына аҡса һалған, шулай уҡ эш хаҡын да ваҡытында алып торған. Мәҫәлән, 2009 йылдың ике айында ғына ул үҙенә 200 мең һум самаһы аҡсалата түләү алған.
Предприятиеның башҡа етәкселәренең дә был законһыҙ ғәмәлдәргә ҡыҫылышы тикшерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика