05:19 (UTC+5), 03 Марта 2010

Сатраш буйынса Өфө кубогы тамамланды

Ирек Мөхәмәҙиев
Башҡортостандың баш ҡалаһында 25 февралдә старт алған страш буйынса Өфө асыҡ команда Кубогы тамамланды. Турнирҙы Өфөнөң физик тәрбиә һәм спорт буйынса комитеты һәм ҡала сатраш федерацияһы ойошторғайны.
"Башинформ" агентлығына федерацияның башҡарыусы директоры Денис Малиндың хәбәр итеүенсә, әйләнеш системаһы буйынса ете турҙа барған уйында һигеҙ команда ярышҡан. Ун мәрәй менән өсөнсө урынды ФИДЕ мастеры Илдар Иҙрисов һәм спорт мастерына кандидаттар Юрий Аплаев, Владимир Селегененко, Владимир Пензиндан торған "Квартет" командаһы яулаған. 12 мәрәй йыйып, "ӨДАТУ “ командаһы өсөн сығыш яһаған спорт мастерлығына кандидаттар Ильяс Ғәзизов, Максим Ибраһимов, Рөстәм Иҙрисов, Денис Кондаратцев, Карина Әхмәтова икенсе урын алған.
14 мәрәй менән "Оракул" командаһы – спорт мастерына кандидаттар Роберт Йәмилов, Александр Ноздрин, Всеволод Гаврилов, Григорий Козлов һәм ФИДЕ мастеры Дмитрий Дармин Кубок еңеүселәре булған. Һуңғы тапҡыр бындай команда Кубогы Өфөлә 1993 йылда үткәрелгәйне. Уны артабан йыл һайын үткәрергә ниәтләйҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика