08:20 (UTC+5), 03 Марта 2010

«Биатлон»да саңғы буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте чемпионаты старт алды

Дмитрий Слезин
Өфөлә «Биатлон» спорт – һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте чемпионаты старт алды.
«Башинформ» агентлығына Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа Үҙәк, Көньяҡ, Төньяҡ – Көнбайыш, Волга буйы, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарынан әлеге ваҡытта хеҙмәт итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙән тупланған йыйылма командалар ҡатнаша.
Ярыштың беренсе көнөн ҡатын-ҡыҙҙар – 3, ир-егеттәр 5 километрға йүгереү менән асты. Беренсе урынды Үҙәк федераль округы командаһы яуланы. Алыҫ Көнсығыш федераль округы йыйылма командаһы икенсе урынға лайыҡ булды, ә өсөнсө урында — Төньяҡ – Көнбайыш федераль округы спортсылары.
Өсөнсө мартта оҙонораҡ дистанциялар ҡаралған — ҡыҙҙарға 5 километр, көслө заттарға 10 километр. Ә 4х5 километрлыҡ эстафета чемпионаттың һуңғы көнөнә билдәләнгән, унан һуң ҡатнашыусыларҙы ярышты ябыу тантанаһы һәм иң яҡшы саңғысыларҙы бүләкләү тантанаһы көтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика