05:12 (UTC+5), 02 Март 2010

Республикала донорҙар артыуы күҙәтелә

Елена Макушина
Республикала ҡан хеҙмәте һәм йәмәғәт ойошмаларының берҙәм эшмәкәрлеге арҡаһында һуңғы арала донорҙарҙың артыуы күҙәтелә. Был турала «2009 йылда ҡан хеҙмәте эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2010 йылға бурыстар» исеме аҫтында үткән республика кәңәшмәһендә Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансфузиологы Урал Солтанбаев хәбәр итте.
Башҡортостанда 1000 кешегә 26 донор тура килә, был 2008 йылға ҡарағанда өс кешегә күберәк, һәм Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ.
Шул уҡ мәлдә Солтанбаев республикала донорлыҡты пропагандалауҙы көсәйтеү кәрәклеген дә билдәләне.
Материаль-техник йыһазландырыу һәм донорҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһе ҡан хеҙмәтенең төп проблемаһы булып ҡала. 2009 йылда федераль программа нигеҙендә республиканың ҡан хеҙмәте 131 миллион һумдан ашыуға тиң 17 төрлө яңы ҡорамал менән тулыландырылған.
Урал Солтанбаев билдәләүенсә, Республика «Хәүефһеҙ ҡан» маҡсатлы программаһы 2011 йылға тиклем оҙайтыла һәм республика ҡан биреү станцияларының барыһына ла ҡағыласаҡ.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә республикала 3 ҡан биреү станцияһы һәм 31 ҡан биреү бүлексәһе эшләп килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика