Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2010, 13:08

“Элемтәселәр” сборға йыйына

"Башинформсвязь-Динамо" футбол клубы Крымскиға икенсе сборға барасаҡ уйынсылар исемлеген раҫланы. Шулай итеп, ҡапҡасы Виталий Водопьянов, һаҡсылар — Артем Роготнев, Евгений Крутов, Виктор Курышев, Артем Кашуба, Алексей Сергеев, Андрей Омельчак, Виталий Шипилов, Александр Блесткин, ярымһаҡсылар — Анатолий Завьялов, Данил Даукаев, Ринат Хисаметдинов, Игорь Шәрәфетдинов, Наил Хәбибуллин, Олег Чернышов, Вячеслав Ткачев, Артур Нафиҡов, һөжүм итеүселәр — Дмитрий Долбилин, Артак Микаелян, Венер Йәһүҙин, Денис Ғайсин Ҡара диңгеҙ буйына юллана.
Әйтергә кәрәк, Александр Блесткин һәм Денис Ғайсин бик йәш һәм әле 9 класта ғына уҡый.
Крымскиҙа командаға яңы футболсылар төркөмө ҡушыласаҡ. Сборға “Таусы”ның уҙған йылдағы һөжүм итеүсеһе Павел Васильев та барырға тейеш ине, ләкин медицина тикшеренеүе һөҙөмтәһендә ул команданан тороп ҡалды. Сбор 6-16 мартта үтә.
Автор:Лилиә Тыртышная
Теги:футбол
Читайте нас: