09:21 (UTC+5), 02 Марта 2010

Башҡортостанда «Еңеүгә салют» конкурсы дауам итә

Әлфиә Әһлиуллина
Республиканың ижади коллективтары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Еңеүгә салют” республика үҙешмәкәр художестволы ижад конкурсының зональ ярыштарында ҡатнашыуҙы дауам итә.
«Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәге бүлеге начальнигы Эльвира Әхмәтйәнованың хәбәр итеүенсә, һуңғы ике этапты үҙҙәрендә Бәләбәй һәм Сибай ҡалалары ҡабул иткән.
Баһалама ағзалары Бәләбәй район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән фестиваль программаһын юғары баһалаған. Унда Бәләбәй, Дәүләкән, Туймазы, Әлшәй, Бишбүләк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Миәкә райондарынан ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусылар ҡатнашҡан. Йәмғеһе 1300 кеше.
Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе әйтеүенсә, һәр район конкурсҡа 40-45 минутлыҡ тематик концерт программаһын тәҡдим иткән. Күптәрендә урындағы тарихи, документаль, художестволы материалдар нигеҙендә театрлаштырылған элементтар ҡулланылған.
Сибайҙа Сибай, Межгорье ҡалаларынан, шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр райондарынан үҙешмәкәр артистар – барыһы 1000-гә яҡын кеше үҙҙәренең тематик программаларын тәҡдим иткән. Фестивлдә ҡатнашыуға “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен алған коллективтарҙың барыһы ла етди ҡараған. Бынан тыш, конкурс сиктәрендә район һәм ҡалалар ҡул эштәренән, фотоларҙан, һуғыш йылдарындағы экспонаттарҙан торған күргәҙмә, урындағы рәссамдарҙың картиналарынан экспозиция әҙерләгән.
“Еңеүгә салют” республика конкурсының киләһе зональ ярыштары 3 мартта - Аҡъяр ауылында (Хәйбулла районы), 4 мартта – Белорет һәм Учалы ҡалаларында, 6 мартта Стәрлетамаҡта үтә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика