10:43 (UTC+5), 01 Марта 2010

«Ышаныс телефоны» арҡаһында 25 героин дозаһы менән ир тотолған

Елена Макушина | фото: Илдар Ғәлләмов
Өфөлә 25 героин дозаһы менән ир-егет тотолған. Оперативниктарға наркотиктар һаҡлауҙа шикле кешегә сығырға Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының дежур хеҙмәтенә булған шылтыратыу ярҙам иткән.
«Телефондан ҡатын-ҡыҙ тауышы бер йәш кешене белеүе һәм уға даими рәүештә таныш булмаған кешеләрҙең килеүе, үҙҙәрен сәйер тотоуы хаҡында хәбәр итә. Ҡатын бәләкәй бала тәрбиәләүе һәм уның өсөн борсолоуы хаҡында әйтә, сөнки йәш кешенең наркотиктар менән бәйле булыуына шикләнә», — ти Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Юлия Аввакумова.
Республика наркоконтроленең оператив төркөмө күрһәтелгән адрес буйынса хәбәрҙе тикшерергә юлға сыға.
Рихард Зорге урамы районында уны тоталар. Һәм тентеү үткәргәндән һуң 25 героин дозаһын тартып алалар. Ҡулға алынған кеше аңлатма биреүҙән баш тарта. 30 йәшлек ир-егеткә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса (бик ҙур күләмдә наркотик матдәләр һаҡлау) енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Йыл башынан наркоконтролдең «ышаныс телефонына» наркотик һатылған урындар һәм наркотик ҡулланыу тураһында 134 хәбәр килгән. Шуның яртыһы раҫланған.
Республика наркоконтроленең «ышаныс телефоны» һандарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
8(347)250-20-30; 8-800-347-20-30 (шылтыратыу бушлай).
Конфиденциаллек гарантиялана.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика