16:42 (UTC+5), 01 Марта 2010

Раил Әсәҙуллин: "Президент мәғарифты төп йүнәлештәрҙең береһе тип атаны"

Эльмира Сабирова
— Беҙ Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортазы Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһен тулҡынланып көтөп алдыҡ, сөнки Президенттың һәр Мөрәжәғәтнамәһе республика һәм илебеҙ ҡоролошоноң ғәмәлдәге практикаһына ентекле анализ биреп һәм социаль-иҡтисади өлкәнең үҫешен иҫәпкә алып төҙөлә, — ти М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин. — Президенттың һәр Мөрәжәғәтнамәһендә республиканы артабан үҫтереүҙә сифатлы яңы аҙымдарҙы билдәләүсе яңы тәҡдимдәр бирелә.
— Был юлы ла беҙҙең өмөттәребеҙ аҡланды. Президент үҙенә һәм 20 йыл буйына үткәргән сәйәсәтенә тоғро ҡалды.
Был, иң элек, социаль йүнәлештәге сәйәсәт, унда һәр кеше тураһында хәстәрлек күренә. Мөрәжәғәтнамәнең төп асылы: булған эш урындарын һаҡлау һәм яңыларын булдырыу, уңышлы эш һәм ял өсөн шарттар тәьмин итеү, республика халҡының көнкүреше көндән-көн яҡшырһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү.
Ләкин миңә, мәғариф өлкәһе вәкиле булараҡ, беҙҙең адресҡа әйтелгән тәҡдимдәре бигерәк тә мөһим булды. Президенттың тәүге һүҙҙәре үк мәғариф өлкәһе проблемаларына арналыуы ҡыуаныслы. Ә был, мәғариф Башҡортостандың артабанғы социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни үҫешендә бөтә төп бурыстарҙы хәл итеүҙең үҙенсәлекле методологияһы булараҡ баҫа, тигән һүҙ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика