Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.84
-0.47
90.88
-0.68
62.51
+0.52
3+ °C
Ясно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
1 Марта 2010, 04:51
Башҡортостан «мушкетерҙары» Грецияға юлланды
Шишәмбелә, 2 мартта Афина ҡалаһында кадеттар араһында фехтование буйынса IV Европа чемпионатының тәүге алыштары үтә.
Афинаға юлланасаҡ Рәсәй командаһы составында илебеҙҙең туғыҙ төбәгенән 24 фехтовальщик тупланған. Улар араһында уҙған йылдағы Европа кадеттар чемпионаты еңеүселәре лә бар.
Башҡортостандан өс спортсы саҡырылған.
Егеттәрҙән республика данын Кирилл Личагин һәм Никита Нагаев яҡлаясаҡ.
Ә ҡыҙҙарҙан Өфөнән Аделина Заһиҙуллина сығыш яһай.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
фехтование
Читайте нас