07:40 (UTC+5), 23 Февраля 2010

Волга буйы – Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Марина Шумилова
Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Волга буйы – Урал хәрби округы хәрби советы исеменән Волга буйы – Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы генерал-лейтенант Аркадий Бахин Волга буйы һәм Урал төбәге халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
— Был байрам хәрби форма кейгән һәм әле хәрби кейемдә йөрөгән, илебеҙ үҙаллылығы һәм азатлығы өсөн ғүмерен һәм көсөн аямаған ватандаштарыбыҙ өсөн айырыуса ҡәҙерле. Был көн һәр беребеҙ өсөн изге кеүек ҡабул ителгән намыҫ, хәрби бурысҡа тоғролоҡ, Тыуған илгә һөйөү төшөнсәләрен үҙ эсенә ала, - тийелә ҡотлауҙа.
Командующий Тыуған илде һаҡлауҙы ғүмеренең төп эше иткән, Бурыс, Намыҫ, Ватан төшөнсәләрен һәр беребеҙ өсөн тап төшөрмәйенсә изге килеш һаҡлап ҡала алған һуғыш һәм Ҡораллы көстәр ветерандарына махсус ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Волга буйы – Урал хәрби округы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын көндәлек эштәр менән хәрби уҡыу яланында ҡаршылай, тип билдәләне Аркадий Бахин. Улар алдағы быуындарҙың батырлыҡ традицияларын лайыҡлы дауам итә. Яугирҙар конституцион бурысын теүәл башҡара, илдең оборонаға һәләтлеген һәм тыуған ил киңлектәре хәүефһеҙлеген ныҡышмалы нығыта, һәм сыҙамлыҡ, сабырлыҡ, хәрби оҫталыҡты арттырыуҙа ныҡышмаллыҡ күрһәтә.
Округ командующийы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, балалары Рәсәй еңеүҙәренең данлы тарихын дауам иткән ата-әсәләргә иң изге теләктәрен еткерҙе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика