08:53 (UTC+5), 23 Февраля 2010

Илдар Баһаутдинов: хәрби традицияларҙы һаҡлау - беҙҙең уртаҡ бурыс

Марина Шумилова
Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полковник Илдар Баһаутдинов республика халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
— Тыуған илде һаҡлау һәр ваҡыт дәүләттең һәр гражданының изге вазифаһы һәм конституцион бурысы булды һәм булып ҡала. Төрлө быуын кешеләре илебеҙ, уның хәрби үткәндәре, ҡоралдарының даны һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡеүәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, - тип билдәләнә ҡотлауҙа. — Бихисап һуғыш һәм яуҙарҙы кисергән илебеҙ өсөн “Ватанды һаҡлаусы” һүҙенә тәрән мәғәнә һалынған. Һалдат яҙмышы һис ҡасан еңел булманы, ләкин яугир һөнәре һәр ваҡыт маҡтаулы һәм хөрмәтле булып ҡала. Антҡа һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ, Ватаныбыҙға сикһеҙ һөйөү – ошолар менән Рәсәй һалдаты айырылып тора.
— Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан беҙҙең уртаҡ бурыс – күп быуатлыҡ хәрби традицияларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, ил ҡеүәтен һәм көсөн арттырыу, уның үҫеше өсөн һәм бар донъяла абруйын нығытыу өсөн шарттар тыуҙырыу , — тине Илдар Баһаутдинов. — Эшен намыҫлы, яуаплы башҡарған һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика