08:49 (UTC+5), 19 Февраля 2010

Ҡыштың һуңғы көнөндә өфөлөләргә «Ҡышҡы йәйғор» күренә

Әлфиә Әһлиуллина
«Ҡышҡы йәйғор» – тап ошолай атала ҡыштың һуңғы көнөндә, 28 февралдә, үтәсәк беренсе башҡорт рок-музыкаһы фестивале. Уның инициаторҙары - «Бүреләр», «Арғымаҡ», «Ҡараташ», «Аҡъяр» заманса рок төркөмдәре. Фестивалде ойоштороуҙы иһә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы үҙ өҫтөнә алған. Йәш музыканттарҙы һәйбәт инструменттар менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә филармония хакимиәте хәл итә.
— Заманса башҡорт рок-хәрәкәтенә ярҙам итеү — беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, — ти Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры урынбаҫары Заһир Ҡотлосурин. – Йәнле һәм тормошсан музыка менән йәштәрҙә берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ тойғоһон, туған тел һәм туған музыкаға хөрмәт һәм ғорурлыҡ хистәрен уятырға иҫәп тотабыҙ.
Бынан тыш, Заһир Ҡотлосурин фекеренсә, бындай фестивалдәр үткәреү йәш музыканттарға ижад итеүгә яңы офоҡтар аса, тимәк, шул иҫәптән, эксклюзив идеяларға ла.
«Ҡышҡы йәйғор» фестиваленә рок-музыканттар үҙҙәре лә ҙур өмөттәр бағлай, сөнки уларға Башҡортостандағы рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусылар - “Карауанһарай”, “Ант”, “Далан” төркөмдәре башҡарыусылары менән бер сәхнәлә сығыш яһарға тура киләсәк бит. Был уларға тыңлаусылар аудиторияһын арттырырға ғына түгел, ә бөтөнләй яңы кимәлгә сығырға мөмкинлек бирәсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика