Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2010, 10:36

Башҡортостанда баскетбол хәрәкәте тергеҙелә

Башҡортостан Республикаһы Йәшәтәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында үткән матбуғат конференцияһында етәкселек итеүсе башҡарма органы һәм Башҡортостан Республикаһы Баскетбол федерацияһының Попечителлек советы билдәләнгән.
"Башинформ" агентлығына ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Баскетбол федерацияһы рәйесе итеп Валерий Дерепаско һайланған, Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин Попечителлек советына етәксе итеп тәғәйенләнгән, БР Баскетбол федерацияһы директоры вазифаһына Сергей Медведев билдәләнгән.
Брифинг барышында Өфө ҡалаһында «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы проектын ғәмәлгә ашырыу, Студент баскетболы ассоциацияһының «Толпар» дивизионын булдырыу, Өфөлә урам баскетболы буйынса Рәсәй чемпионаты этабын үткәреү 2009 йыл эшмәкәрлегенең мөһим һөҙөмтәләре тип табылған.
Федерацияның башҡарма комитетына аныҡ йүнәлеш өсөн яуаплы кешеләр ҙә ингән: тренерҙар советы, судьялар корпусы, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеүселәр, шулай уҡ Башҡортостандың көнбайыш һәм көньяҡ, төнбайыш һәм төньяҡ территориаль зоналарында баскетбол үҫеше өсөн яуаплы белгестәр.
Ринат Зайнуллин республикала баскетболды үҫтереүҙең ыңғай яҡтарын билдәләне:
- Был милләттең һаулығын һаҡлау, йәштәр мөхитендә асоциаль күренештәрҙе профилактикалау өсөн кәрәк. Балаларҙы спортҡа йәлеп итеү мөһим.
Икенсе яғы – Башҡортостан һәм Рәсәйҙең йыйылма командаһына резервҡа спортсылар әҙерләү.
БР Баскетбол федерацияһы рәйесе перифериялағы баскетбол үҫешенә баҫым яһаны:
— Башҡортостандың һәр ерендә баскетбол хәрәкәтен тергеҙеү, ярыштарҙа ҡатнашыу күләмлелеген арттырыу – бөгөн төп мәсьәлә.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, тиҙҙән, 20-21 февралдә, Стәрлетамаҡ физик тәрбиә биреү институтында Студент баскетболы ассоциацияһы чемпионатының VI туры үтәсәк.
Көҙөн Студент баскетболы ассоциацияһының ҡатын-ҡыҙҙар дивизионын ойоштороу планлаштырыла, унда республика юғары уҡыу йорттарынан 5-8 команданың ҡатнашыуы көтөлә.
Мартта Башҡортостан Республикаһының барлыҡ територияһында «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы проекты старт ала. I этапта 15 мартҡа тиклем заявка биргән дөйөм белем биреү мәктәптәре йыйылма командалары ҡатнаша ала. Чемпионатта ҡатнашҡан мәктәптәрҙең барыһына ла профессиональ туптар бүләк ителәсәк, ә дивизион еңеүселәре команда исеме яҙылған баскетбол формаларын алыу бәхетенә эйә буласаҡ.
Федерация директоры Сергей Медведев быйыл яҙғыһын старт аласаҡ баскетбол судьяларын әҙерләү һәм уларҙы артабан республика беренселеге, шулай уҡ Рәсәй ярыштарын хеҙмәтләндереүсе судьялар исемлегенә тәҡдим итеү менән шөғөлләнәсәк «Йәш арбитр мәктәбе» проекты менән таныштырҙы.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: