10:42 (UTC+5), 18 Февраля 2010

Республика мәктәптәре берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә

Быйыл берҙәм дәүләт имтиханы штатлы режимда икенсегә үткәрелә. Уҡыу йылы тамамланыуға өс айҙан күберәк ваҡыт ҡалһа ла, мәктәптәрҙә лә, мәғариф бүлектәрендә лә берҙәм дәүләт имтиханына планға ярашлы әҙерлек бара. Мәҫәлән, БР Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгендә килешеүҙәр нигеҙендә рус теле, математика, физика, биология һәм йәмғиәт фәненән репетициялар үткәрелә. БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре урындарҙа аңлатыу эштәре алып барырға райондарға сыға.
— Берҙәм дәүләт имтиханына ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек күләмдә хәҙер, ләкин имтихан үткәреү тәртибенә, норматив-хоҡуҡи документтарға ҡағылышлы һорауҙар күп, — ти БР Мәғариф министрлығының белем сифатына контроль һәм берҙәм дәүләт имтиханы бүлеге начальнигы Зәкий Мырҙағәлин. — Шуға ла берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы бирергә теләгәндәргә аңлатыу эштәре алып барыу мотлаҡ. Иң тәүҙә был мәктәпте тамамлағандарға ҡағыла - быйылғы йылда булһынмы ул, уҙған йылдарҙамы, әллә башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеһын тамамлағандармы, шулай уҡ предмет уҡытыусылары, мәктәп директорҙары ла был мәсьәләнән ситтә ҡала алмай. Бындай осрашыуҙар нигеҙендә ата-әсәләр менән әңгәмәләшергә лә тырышабыҙ. Үҙенә күрә инструктаж үткәрәбеҙ.
Зәкий Мырҙагәлин әйтеүенсә, бындай алым һөҙөмтәле һәм халыҡта ҙур һорау менән ҡуллана.
— Миҫал өсөн, күптән түгел беҙ Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Федоровка, Учалы райондарында булдыҡ. Райондың Мәҙәниәт һарайҙарында ойошторолған осрашыуҙар аншлаг менән үтте. Былар бындай сараларҙың актуаллеген тағы бер тапҡыр раҫлай, — ти Зәкий Дамир улы. – Мәктәп уҡыусыларына ғына яуап биреп ҡалмайбыҙ. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү тәртибенән тыш, норматив-хоҡуҡи акттар күп, уларҙың барыһына ла аңлатмалар талап ителә.
Зәкий Мырҙагәлин әйтеүенсә, берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡырға кәрәкмәй.
— Имтихандың бар мәсьәләләре лә мәктәп программаһы нигеҙендә төҙөлә, әгәр бала уны яҡшы үҙләштергән икән, имтихан менән бер ҡыйынлыҡ та булмаҫҡа тейеш. Репетицион имтихандар ҙа балаға үҙен һынап ҡарарға ярҙам итә. Бынан тыш, берҙәм дәүләт имтиханы урта (тулы) дөйөм белем тураһында аттестат алыуға һәм юғары уҡыу йортона уҡырға инеүгә берҙәм имтихан булып тора. Берҙәм имтихан һөҙөмтәләре тураһындағы таныҡлығы һәм йыйылған балдары нигеҙендә ҡабул итеү комиссияһы был абитуриенттың юғары уҡыу йорто студенты була аламы - юҡмы икәнен хәл итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика