11:46 (UTC+5), 18 Февраля 2010

Өфөлә һауа шарҙары фестивале үтә

Эльмира Сабирова
Баш ҡалала Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды инициативаһы буйынса «Беренсе Өфө һауа шарҙары асыҡ фестивале» үҙенсәлекле проекты ойошторола.
Мәскәү һәм Санкт-Петербургта һауа шарҙары байрамы йыл һайын үткәрелә. Өфөлә иһә бындай пландағы сара тәүге тапҡыр әҙерләнә.
«Башинформ» агентлығына фондтан хәбәр итеүҙәренсә, балаларға шәфҡәтлелек байрамдарын үткәреү арҡаһында үҫеп килеүсе йәш быуынға рухи һәм әхлаҡи тәрбиәне камиллаштырыу - фестивалдең төп маҡсаты.
Шоу Дәүләт циркында 24 мартта асыла. Унда Өфөнән, республика ҡалаларынан 30 команда ҡатнаша. РФ аэродизайнерҙары ла оҫталығын күрһәтәсәк.
Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә — каникулдар темаһына шарҙарҙан ҙур композиция һәм “Балаларҙың тыуған көнө” темаһына байрам өҫтәлен биҙәү. Бүләкләү тантанаһы 25 мартҡа билдәләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм меңгә яҡын бала, шулар иҫәбендә республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре байрам ҡунаҡтары буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика