10:01 (UTC+5), 18 Февраля 2010

Өфөлә 55-тән үткәндәр өсөн компьютер түңәрәге эшләй

Әлфиә Әһлиуллина
Өфөнөң ҡала үҙәк китапханаһында оло йәштәге китап һөйөүселәрҙең һорауы буйынса “Компьютер һәм мин – 55 йәштән үткәндәр өсөн” түңәрәге эшләй башланы. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр иртәнге сәғәттәрҙә бушлай үткәрелә.
«Башинформ» агентлығына китапхананың компьютер залы мөдире, түңәрәк етәксеһе Эльвина Вәлиеваның хәбәр итеүенсә, әле өс төркөм тупланған, яҙылыу дауам итә.
— Дәрестәребеҙ компьютерҙа эшләргә өйрәнергә теләгән хаҡлы ялға сыҡҡандарға иҫәпләнгән, — ти Эльвина. – Бынан тыш, улар бында шәхси компьютерҙарының архитектураһын, уның менән эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһын да өйрәнә ала. Шулай уҡ төрлө компьютер программаларын, интернет селтәрен үҙләштереүгә махсус курстар ҙа ҡаралған.
Етәксе әйтеүенсә, Өфө үҙәк ҡала китапханаһының яңы социаль проектында ҡатнашыусыларҙың тәүге төркөмө бик һәләтле уҡыусылар булып сыҡҡан, шулай ҙа уларға дәрестәр планда ҡаралғанса бер йыл дауамында алып барыласаҡ.
Был түңәрәк эшмәкәрлеге хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һандарға шылтыратып белергә мөмкин: (347) 232-35-57.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика