17:16 (UTC+5), 17 Февраля 2010

Йылдың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре асыҡланды

Әлфиә Әһлиуллина
Республика халыҡ ижады үҙәге призына «Етегән йондоҙ-2009» йылдың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” Республика конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә үтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса ете лауреат иғлан ителде. «Иң яҡшы ҡала округы, муниципаль район хакимиәте башлығы» номинацияһында Борай районы хакимиәт башлығы Борис Нурисламов еңеүсе булды. «Ҡала округы һәм муниципаль райондың иң яҡшы мәҙәниәт бүлеге начальнигы» номинацияһында Исламетдин Мәмбәтов (Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы) билдәләнде. «Иң яҡшы ҡала, район, ауыл Мәҙәниәт йорто, ауыл клубы етәксеһе» тип Бәләбәй районының Үҙәк Мәҙәниәт һарайы директоры Георгий Хальзов танылды. Мәҙәниәт һәм ял паркы етәкселәре араһында Туймазы районы үҙәк паркы директоры Дмитрий Ващук айырылып торҙо. Әбйәлил районы мәҙәниәт бүлегенең методика үҙәге мөдире Гөлсирә Әхмәткирәева «Иң яҡшы методист» тип аталды. «Иң яҡшы халыҡ коллективы етәксеһе» номинацияһында Ейәнсура районы Мәҙәниәт йортоноң «Йырау» халыҡ башҡорт фольклор ансамбле һәм «Үҫәргән егеттәре» халыҡ ирҙәр вокаль ансамбле етәксеһе Земфира Абдрахманова еңде. «Йыл меценаты» «Урал аръяғы төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәхим Кирәев булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика