11:55 (UTC+5), 17 Февраля 2010

Өфөгә илебеҙҙән аспиранттар һәм ғалимдар йыйылды

Эльмира Сабирова
Өфө дәүләт авиация техник университетында аспирант һәм йәш ғалимдарҙың “Фән һәм техниканың актуаль мәсьәләләре” V бөтә Рәсәй ҡышҡы мәктәп-семинары асылды. Был сараның «У.М.Н.И.К.-Башҡортостан 2010» бөтә Рәсәй конференция-конкурсы этаптарының береһе булыуын билдәләргә кәрәк. Фәнни форумда ҡатнашыуға баш ҡалаға илебеҙҙән 150-ләп тикшеренеүсе йыйылған. Инновацион эшмәкәрлек аша үҙ аллы үҫешергә ынтылған йәш ғалимдарҙы табыу, йәштәрҙең фәнни-техник инновацион эшмәкәрлектә күпләп ҡатнашыуын булдырыу программаның төп маҡсаты иҫәпләнә.
"Башинформ" агентлығына ӨДАТУ-нан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп-семинар эше алты фәнни секцияларҙа үтә: мәғлүмәт технологиялары; химия, яңы материалдар, химик технологиялар; машиналар төҙөү, электроника, приборҙар төҙөү; иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү; иҡтисади үҫештең теоретик и практик мәсьәләләре; тәбиғәт фәндәре.
20 февралдә форумға йомғаҡ яһаласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика