Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2010, 09:50

БР Милли китапханаһында Ҡадир Даяндың 100 йыллығына арналған китап күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә шағир Ҡадир Даяндың юбилейлы датаһына арналған китап күргәҙмәһе эшләй башланы. 14 февралдә йыр һүҙҙәренең авторы, билдәле шағир Ҡадир Даянға 100 йәш тулған булыр ине.
«Башинформ» агентлығына БР Милли китапханаһы бүлеге мөдире Айгөл Буранғолованың хәбәр итеүенсә, 50-гә яҡын китап, йыйынтыҡ, Ҡадир Даян әҫәрҙәре баҫылған ваҡытлы матбуғат баҫмалары күргәҙмәгә ҡуйылған. Авторҙың рус теленә тәржемә ителгән китаптары - «Светлый путь» (Уфа, 1954), «Подарок» (Уфа, 1966), «Песни из долины Ак-Идели» (Л., 1951), «Лирика» (Уфа, 1966), Избранные произведения (Уфа, 1970) һәм башҡорт драматургияһының алтын фондын тәшкил иткән «Таңсулпан» романтик драмаһы ла (Уфа, 1959) экспозицияға индерелгән.
Ҡадир Даяндың ижади потенциалы йыр жанрында тулыһынса асылған. Уның ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған «Шайморатов-генерал», «Төнгө Урал», шулай уҡ тыуған илгә, тәбиғәткә, мөхәббәткә бағышланған лирик йырҙары, мәҫәлән, “Гөлсирәнең һөйгәне”, “Зәйтүнә”, киң билдәлелек яуланы.
Бынан тыш, уҡыусыларға шағирҙың ундан ашыу поэмаһы ла яҡшы таныш.
Ҡадир Даян балалар өсөн яҙылған башҡорт әҙәбиәте үҫешенә лә ярайһы ҙур өлөш индерҙе. Уның «Ни етә һуң дуҫлыҡҡа», «Коштар килә», «Хәйләкәр төлкө», «Берҙән-бер көндө» китаптары йәш уҡыусыларҙа әле булһа ҙур һорау менән ҡуллана.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: