09:43 (UTC+5), 15 Февраля 2010

2010 йылдың иң яҡшы мастеры Бәләбәй профессиональ лицейында уҡыта

Эльмира Сабирова
Бәләбәйҙән 40-сы профессиональ лицей мастер-электросварщигы Регина Шәмсетдинова башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының уҡытыусы-мастерҙары араһындағы профессиональ оҫталыҡ республика конкурсында иң яҡшыһы тип танылды. Был турала БР Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.
Икенсе һәм өсөнсө урындар Учалы ҡалаһының 30-сы һөнәрселек училищеһы ашнаҡсы-кондитеры Гөлнара Шакироваға һәм Мәләүездең 42-се профессиональ лицейы бесеүсеһе Оксана Игнатьеваға бирелде.
Республикала «Йыл оҫтаһы» конкурсы икенсе тапҡырына үткәрелә. Уның маҡсаты — иң яҡшы производствоға өйрәтеү мастерҙарының педагогик эш тәжрибәһен яҡлау һәм таратыу, профессиональ бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм киңәйтеү, белем биреү процесына яңы педагогик технологияларҙы индереү.
Беренсе училище этабында конкурста 97 башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеһынан 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Стәрлетамаҡта үткән финалда туғыҙ зона уҡыу-методик берекмәһе вәкилдәре сыҡты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика