11:14 (UTC+5), 13 Февраля 2010

БДПУ студенттары БР мосолмандары Диниә назаратында практика үтә

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына яңы киңлектәр асты. Хәҙер юридик факультетының “Ислам тарихы һәм мәҙәниәтен тәрәнтен өйрәнеү менән юриспруденция” белгеслегенә уҡыусы студенттарға бында производство практикаһы үтергә мөмкинлек бар.
Әлеге ваҡытта икенсе курстан ике студент - Гөлнара Килмәмәтова һәм Вадим Зиннуров бында практика үтә башлаған. Практика менән БР мосолмандары Диниә назаратының мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса рәйес урынбаҫары Руслан Саяхов етәкселек итә. Был арала студенттар Диниә назараты эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, структураһы һәм уның юридик документацияһы менән таныша ала.
“Ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрәнтен өйрәнеү менән юриспруденция” белгеслеген үҙләштереүсе студенттар классик юридик белем алыуҙан тыш, ғәрәп теле морфологияһы, ғәрәп теле буйынса практик курс һәм фонетика, ғәрәп илдәре һәм донъя диндәре тарихы кеүек дисциплиналар үтә, халыҡ-ара конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, докладтар менән сығыш яһай, республиканың билдәле дин әһелдәре менән осраша. Байтаҡ студенттар, бынан тыш, М.Солтанова исемендәге мәҙрәсәнең киске курстарына йөрөй.
БР мосолмандары диниә назаратынан тыш, был студенттарҙың практикаһы тағы ла Рәсәй ислам университетында, М.Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы дин мәсьәләләре буйынса советта, М,Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Мосолман мәғарифын үҫтереү” фәнни-тикшеренеү үҙәгендә үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика