Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2010, 14:37

Халыҡ иҫәбен алыу - 2010 рәсәйлеләр һанын билдәләй

Росстат һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡ статистикаһы Идаралығы начальнигы Ирина Збарскаяның Мәскәүҙә үткән түңәрәк өҫтәлдә белдереүенсә, Рәсәйҙә оҙаҡ ваҡыт эсендә беренсе тапҡыр тыуымдың үлемдән артыуы күҙәтелгән. Уҙған йылда бер ҡатынға яңы тыуған балалар һаны 1,6-нан тура килһә, 2000 йылда был һан 1,2-гә тиң ине.
Хәүефле күрһәткестәр ҙә бар. Атап әйткәндә, Росстат Рәсәйҙә ир менән ҡатындарҙың ғүмер оҙонлоғо айырмаһының 12-13 йыл булыуын билдәләй, ә Европа илдәрендә был айырма 5-6 йыл менән иҫәпләнә.
Башҡортостанстаттың яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, 2010 йыл башында Башҡортостанда даими йәшәүселәр һаны 4065,8 мең кешегә еткән, 2009 йыл башынан алып ул 8,5 меңгә артҡан.
Республикала демографик хәл яҡшыра: тыуым арта, үлем кәмей һәм халыҡ иҫәбенең тәбиғи артыуы күҙәтелгән. Демографик хәл буйынса ыңғай күрһәткестәр республикаға Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы урындарҙың береһендә булырға мөмкинлек бирә. Үлем һәм тыуым буйынса – икенсе урын, халыҡтың тәбиғи артыуы буйынса – беренсе. Бөтә Рәсәй буйынса Башҡортостан Республикаһы ыңғай демографик күрһәткесле 25 төбәк исемлегенә ингән.
Рәсәйлеләр һаны тураһында теүәл мәғлүмәтте һәм демографик өлкәләге тенденцияны халыҡ иҫәбен алыу сараһы ғына асыҡлаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың октябрендә үткәрелә. Мәҫәлән, 2002 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу сараһында яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда Рәсәй халҡының 1 миллион 800 мең кешегә күберәк булыуы асыҡланған.
Тап ошо һөҙөмтәләр демографик хәлдең бик киҫкен тороуын асыҡлаған һәм уны яҡшыртыуға йүнәлтелгән “Әсәлек капиталы”, йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм башҡа төрлө бер нисә дәүләт программаһына нигеҙ булған.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: