15:27 (UTC+5), 12 Февраля 2010

Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы 15 февралдә асыҡланасаҡ

Дүшәмбе, 15 февралдә, Ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡортостандың баш ҡалаһы уҡытыусыһы – 2010” педагогик оҫталыҡ конкурсына йомғаҡтар яһау һәм тантаналы рәүештә еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш лауреат араһынан береһе генә - 105-се гимназиянан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Владимир Раевский, “Берҙәмлек” лицейынан биология уҡытыусыһы Игорь Мокрополов, 3-сө гимназиянан математика һәм геометрия уҡытыусыһы Елена Фролова, 96-сы лицейҙан башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Ғәниева йәки 31-се мәктәптән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алла Павлова - баш ҡаланың иң яҡшы педагогы исеменә лайыҡ буласаҡ.
Конкурста барыһы 45 уҡытыусы ҡатнашҡан, шулар иҫәбендә 26 башланғыс кластар уҡытыусыһы бар, башҡалары – башҡорт һәм татар телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.
Беренсе турҙа конкурсанттар инновацион педагогик проекттарын күрһәткән һәм асыҡ дәрестәр үткәргән. Икенсеһендә уларға өс этапта көс һынарға тура килгән: оҫталыҡ конкурсы, лекция менән сығыш яһау һәм бәхәстәрҙә ҡатнашыу.
Абсолют еңеүсенән тыш, баһалама ағзалары “Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һәм “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” кеүек ике педагогик ярыш еңеүселәрен билдәләйәсәк.
Быларҙан тыш, конкурста тағы ла “Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2010” исеме лә асыҡланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика