05:36 (UTC+5), 12 Февраля 2010

Өфөлә инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәге асыласаҡ

Эльмира Сабирова
— Быйылдан башлап 300-ҙән ашыу бала дистанцион уҡытыла башланасаҡ, — тине, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ведомство-ара совет ултырышында сығыш яһап, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. – Сәләмәтлектәре арҡаһында белем биреү учреждениеһына йөрөй алмаған һәм өйҙә уҡытыуға мохтаж булған балалар компьютер технологиялары һәм интернет селтәре ярҙамында дистанцион уҡытыу үҙәгендә белем аласаҡ.
Был маҡсаттарға средстволар федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә.
Башҡортостанда дистанцион үҙәк Өфөнөң VI төр 13-сө махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты базаһында асыласаҡ.
Әммә, министр айырып билдәләүенсә, инвалид балалар менән эшләү өлкәһендә ҡайһы бер проблемалар ҙа бар. Был төрлө кластар өсөн ҡайһы бер предметтар буйынса кәрәкле әсбаптар булмауы, билдәле бер категориялы балалар менән эшләү өсөн квалификациялы педагогик кадрҙар етешмәүе, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу, сөнки хәҙерге хеҙмәт баҙарында улар конкуренцияға һәләтле түгел.
Дөйөм алғанда, инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуҙы ойоштороу уларға белем ресурстарына үтә алыуын тәьмин итергә, үҫештә артта ҡалған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтергә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға сифатлы белем алырға, уларҙың артабан һөнәр алыу мөмкинлектәрен киңәйтергә, эҙемтә булараҡ – уларҙың уңышлы социалләшеүенә булышлыҡ итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика