10:14 (UTC+5), 11 Февраля 2010

Вячеслав Быков ҡайтанан һөжүмгә бара

Дмитрий Слезин
"Вячеслав Быков. В атаку!" Рәсәй йыйылма командаһы һәм "Салауат Юлаев" хоккей клубы баш тренеры тураһындағы фильм шулай атала. Был турала Өфө клубының рәсми сайты хәбәр итә.
Былтыр йылдың икенсе яртыһында башланған фильмды төшөрөү төрлө ҡалаларҙа һәм илдәрҙә — Өфөлә, Силәбелә, Мәскәүҙә һәм Швейцарияла үтте.
Документаль таҫмала Вячеслав Быков тренер һәм спортсы булараҡ ҡына асылмай. Фильм авторҙары үҙ геройын шәхес булараҡ: кеше, ир, атай итеп күрһәтеү өсөн барыһын да эшләгән.
«Вячеслав Быков. В атаку!» фильмын “Беренсе канал” эфирында йәкшәмбе, 14 февралдә, Өфө ваҡыты менән 12 сәғәт 10 минутта ҡарарға мөмкин буласаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика