12:39 (UTC+5), 11 Февраль 2010

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә БР Президенты грантына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Әлфиә Әһлиуллина
БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы тарафынан мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ижади проекттарға ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә сираттағы конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.
«Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт һәм сәйәсәт министрлығының ойоштороу бүлеге начальнигы Юлдаш Ураҡсиндың хәбәр итеүенсә, ижади коллективтарҙан һәм айырым кешеләрҙән конкурсҡа барыһы 100 ғариза бирелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты гранты музыкаль, театр, педагогика, хореографик, һынлы сәнғәт, архитектура һәм дизайн, кино, музей, китапхана һәм клуб эше өлкәһендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҙләштереү, һаҡлау, арттырыу, таратыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт потенциалын артабан һаҡлау һәм үҫтереү ниәтендә булдырылған.
Президент грантына конкурс Башҡортостанда 2008 йылдан башлап, БР Президенты Мортаза Рәхимовтың “БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелә.
Былтыр мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендә БР Президенты гранты менән 25 кеше бүләкләнгән, республиканың тағы биш ижади коллективы 300 меңәр һум алған. Былар – БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Республика Хәрби Дан музейының «Данлы атлылар юлдары буйлап» проекты, «Булат Йосоповтың кино мәктәбе», Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең «Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбле һәм башҡа бик күптәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика