05:48 (UTC+5), 11 Февраль 2010

"Башфармация" "Ирҙәр һаулығы" акцияһын башлай

Елена Макушина
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының дарыуханалар селтәрендә «Ирҙәр һаулығы» хәйриә акцияһы башлана. Сара Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡортостан Республикаһы Урологтар йәмғиәте менән үҙ-ара килешеп үткәрелә. «Башинформ» агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Марсель Тойғонов хәбәр итеүенсә, акцияның бурысы – урологик ярҙамды һәр кем ала алырлыҡ итеп ойоштороу, ауырыуҙарҙы асыҡлауҙы яҡшыртыу, иртә стадияла диагностиканы камиллаштырыу.
Акцияға Өфөнөң 13 дарыухана учреждениеһы, шулай уҡ республиканың 25 ҡалаһы һәм районы дарыуханалары йәлеп ителәсәк. Консультацияларҙы юғары һәм беренсе квалификация категориялы врач-урологтар үткәрәсәк.
«Сер түгел, ирҙәрҙе үҙ теләктәре менән врачҡа килтереү бик ҡатмарлы. Носилка менән алып сығырлыҡ хәлгә етмәйенсә, ул врачҡа бармаясаҡ, — ти БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш урологы Валентин Павлов. - Ә бит ауырыуҙы һуңынан оҙаҡ дауалауға ҡарағанда, алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ. Етмәһә, иртә диагностика хирургик ысул менән дауалауға еткермәйенсә, консерватив ысул менән дауалау мөмкинлеге бирәсәк».
Шуға күрә лә «Башфармация» селтәренең ҡайһы бер дарыуханаларында ошондай акция үткәрергә ҡарар ителде лә. Акция 2010 йылдың 15 февраленән 19-ына тиклем барасаҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика