17:24 (UTC+5), 11 Февраля 2010

Башҡортостанда демографик хәл яҡшырҙы

2009 йылда Башҡортостан Республикаһында 55720 бала тыуҙы — 2008 йылдағынан 1227 сабыйға күберәк. Тыуым күрһәткесе 13,7 промилгә тиклем артты.
Үлем 3,6 процентҡа кәмене. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр халыҡтың тәбиғи артыуы теркәлде.
Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1000 тере тыуған балаға 7 тәшкил итте, был 2008 йыл кимәленән 25,5 процентҡа һәм Рәсәйҙәгенән 14 процентҡа кәмерәк. Был турала БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ведомство-ара совет ултырышында БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков хәбәр итте.
Демографик хәлде яҡшыртыуҙа «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проекты ла үҙ ролен уйнаны. Атап әйткәндә, «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә өҫтәмә финанс саралары алыу ауырлы ҡатындарға һәм яңы тыуған балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына һәм һөҙөмтәлелегенә етди йоғонто яһаны.
«Етлекмәй тыуыуҙы иҫкәртеү буйынса диагностика һәм дауалау сараларының һөҙөмтәлелеге күтәрелде, аборттарҙы иҫкәртеү һәм бала табыуға ыңғай ҡараш тәрбиәләү буйынса эш әүҙемләште, — тине Евсюков. - Һөҙөмтәлә аборттар һаны өстән бер өлөшкә кәмене».
Балалар поликлиникалары өсөн бала табыу сертификатының өҫтәмә өсөнсө талонын индереү бер йәшкә тиклемге балаларҙың ауырыуын 5 процентҡа тиерлек кәметте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика