Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.22
+2.64
95
+1.79
72.81
+0.3
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2010, 15:00
Ғаилә абруйын күтәрергә йыйыналар
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡушыуы буйынса төбәктә «Ғаилә» республика программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Был турала БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ведомство-ара советтың ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итте.
— Мәғлүм булыуынса, һәр ғаиләнең социаль именлеге өсөн кәрәкле факторҙар булып, иң элек, торлаҡ менән тәьмин ителеү, һаулыҡ, эш булыуы, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, социаль хеҙмәттәр һәм социаль яҡлау саралары менән тәьмин ителеү тора, — тине Фидус Әғләм улы. — Был программа бөтә ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш тә.
Дөйөм алғанда, программаның саралар системаһы ете бүлектән тора. Ул 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
социаль яҡлау
Читайте нас: