09:08 (UTC+5), 10 Февраля 2010

Мәсетле районында “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестивале үтте

Марина Шумилова
Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылы һәм Башҡортостанда Республика йылы сиктәрендә Мәсетле районында республика мәғарифы системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән мәғрифәтселәргә арналған “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестивале үтте.
Райондың белем биреү учреждениеларынан 12 башҡорт фольклор коллективы милли сығанаҡтарҙы яҡлауын, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын ижади процеста ҡулланыуын күрһәтте, тамашасыла этномәҙәниәт, фольклорға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Уларҙың үҙенсәлекле, көслө сығыштары район мәҙәниәт йортона төрлө быуын вәкилдәрен йыйҙы.
Оҙаҡ һәм бәхәсле кәңәштәрҙән һуң жюри конкурс еңеүселәрен билдәләне. Беренсе урынды - Дыуан-Мәсетле мәктәбе коллективы, икенсене – Оло Аҡа мәктәбе, өсөнсө урынды Һөләймән ауылы мәктәбе коллективы яуланы. Дыуан-Мәсетленең һәүәҫкәр артистары 25 февралдә Салауат районында үтәсәк зональ конкурста Мәсетле районы данын яҡлаясаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика