11:02 (UTC+5), 09 Февраля 2010

Былтыр 82000 самаһы мигрант иҫәпкә ҡуйылды

Елена Макушина
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 46 дәүләттән килгән сит ил граждандары эшләй.
Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2009 йылда республикала 82 меңдән ашыу мигрант миграция иҫәбенә ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта, тип билдәләнеләр ведомствола, миграция закондарын күҙәтмәгән өсөн административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында 66 меңгә яҡын протокол төҙөлдө. 67 миллион һумдан ашыуға штраф һалынды һәм республика бюджеты файҙаһына 65 миллион һумдан ашыу аҡса түләтелде.
2009 йылда ведомство хеҙмәткәрҙәре, Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар кодексының 18.8 статьяһына ярашлы, инеү режимын боҙған өсөн (Рәсәй Федерацияһына инеү ҡағиҙәләрен йәки Рәсәйҙә йәшәү режимын боҙоу) 9563 сит ил кешеһен административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы, был 2008 йылдағынан 13,4 процентҡа йәки 1127 кешегә күберәк. Ҡабул итеүсе яҡ булып торған Рәсәй граждандарына Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар кодексының 18.9 статьяһы талаптарын боҙған өсөн 4157 административ протокол төҙөлдө. Был күрһәткес 2008 йылдағынан 155,7 процентҡа йәғни 2531 протоколға күберәк.
2009 йылда 838 сит ил гражданына ҡарата республиканың ҡала һәм район судтары тарафынан илдән ҡыуыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был 2008 йылдағынан 44,5 процентҡа (580) күберәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика