10:23 (UTC+5), 09 Февраль 2010

Архитекторҙар йортонда 2009 йылдың иң яҡшы проектын һайлаясаҡтар

Эльвира Латипова
Өфөлә «2009 йылдың иң яҡшы проекты» республика күргәҙмә-конкурсы үтәсәк.
Экспозиция Өфөнөң Архитекторҙар йортонда (Пархоменко урамы, 101/1) асыласаҡ. Килеүселәр өсөн ул 17 февралдән 27-һенә тиклем асыҡ буласаҡ. Инеү ирекле.
Архитекторҙар йортонан хәбәр итеүҙәренсә, иң яҡшы проекттар ете номинацияла –архитектура һәм ҡала төҙөлөшө проекттарының төрлө йүнәлештәре буйынса – билдәләнәсәк. Конкурс комиссияһы шулай уҡ 2009 йылдың иң яҡшы бер проектын һайлап аласаҡ.
Күргәҙмәлә архитекторҙарҙың, ижади коллективтарҙың, проект ойошмаларының, юғары уҡыу йорттары һәм төҙөлөш колледжы студенттарының 60-тан ашыу эше ҡуйылған.
Конкурсҡа йомғаҡ 27 февралдә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе дипломдар менән бүләкләйәсәктәр. 2009 йылдың иң яҡшы проекты авторына күсмә приз – гәлсәр шар тапшырасаҡтар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика