11:24 (UTC+5), 09 Февраль 2010

Ҡала һәм райондарҙың йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре йыйыла

Эльмира Сабирова
Өфөлә 10 февралдә Башҡортостан Республикаһы ҡала һәм райондары йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәренең кәңәшмәһе үткәрелә. “2003-2010 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы” республика программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаласаҡ.
Шулай уҡ йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, 2010 йылғы йәйге сәләмәтләндереү кампанияһына әҙерлек мәсьәләләре ҡуҙғатыласаҡ, БР йәштәр сәйәсәте органдары ҡарамағында булған социаль-психологик хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә анализ яһаласаҡ.
Сара сиктәрендә йәштәр эштәре буйынса бүлектәрҙең иң яҡшы етәкселәренә һәм белгестәренә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Аккредитация үтеү өсөн телефон: 251-16-32.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика