11:20 (UTC+5), 08 Февраля 2010

Йәш ғалимдар фәнни форумға әҙерләнә

Эльмира Сабирова
Илдең фәнни берләшмәһе бөгөн үҙ һөнәри байрамдарын — РФ Президенты Указы менән 1999 йылда раҫланған Рәсәй фәне көнөн билдәләй.
Башҡортостанда ғалим йәштәргә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын талантлы йәш ғалимдарға фән һәм техника өлкәһендә дәүләт гранттары тапшырыла. Айырыуса яҡшы уҡыған студенттарға өҫтәмә стипендиялар түләнә. 2007 йылда республикала Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе асылды. Уның етәксеһе Айрат Нәзиров әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостанда уның сафында 300-ҙән ашыу кеше – юғары уҡыу йорттарының йәш ғалимдар советтары, студенттар фәнни ассоциациялары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм БР Фәндәр академияһы вәкилдәре.
Былтыр Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы билдәһе аҫтында ҙур фәнни форум уңышлы үтте, унда башлыса Волга буйы федераль округының йәш ғалимдары ҡатнашты.
Март аҙағында – апрель башында Өфөлә тағы ла Волга буйы федераль округы буйынса Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе семинар-кәңәшмәһе үткәрелә. Был сара «Мәғариф. Фән. Карьера – 2010» X юбилей махсус күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк. Унда Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәләре етәкселәре һәм юғары уҡыу йорттары һәм академик институттарҙың йәш ғалимдар советтары рәйестәре ҡатнашасаҡ. Форумда һәләтле йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һәм фән-мәғариф өлкәһендә кадрҙарҙы арттырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика