06:57 (UTC+5), 08 Февраля 2010

Парашют- тау саңғыһы икеалышы буйынса Рәсәй Чемпионаты өфөлөләрҙең еңеүе менән тамамланды

Ирек Мөхәмәҙиев
Сочиның "Ҡыҙыл аҡлан" тау саңғыһы комплексы базаһында үткән Парашют- тау саңғыһы икеалышы (пара ски) буйынса Рәсәй Чемпионаты Өфөнөң “Һауа легионы” командаһының сираттағы еңеүе менән тамамланды.
"Башинформ" агентлығына чемпионат секретаре һәм БР Парашют спорты федерацияһы рәйесе Ғәйрәт Манаевтың хәбәр итеүенсә, “алтын команда” составында 2009 йылғы донъя чемпиондары, халыҡ-ара класындағы спорт мастерҙары Аяз Кәримов, Алексей Буренин, Антон Филиппов, Алексей Толкачев сығыш яһаған. Команда иҫәбе буйынса икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы командаһы яулаған, өсөнсө урында – Төмән өлкәһе спортсылары.
Шәхси иҫәп буйынса ла почет пъедесталын тулыһынса өфөлөләр биләй. 2010 йылда Рәсәй Чемпионы - Антон Филиппов, "көмөш" — Алексей Толкачевта, Алексей Буренин "баҡыр" баҫҡыста. Күмертау спортсыһы Екатерина Невская ҡатын-ҡыҙҙар араһында чемпион титулын алды. Һайлау ярыштары йомғаҡтары буйынса 2011 йылда үтәсәк донъя чемпионатына Рәсәй йыйылма командаһы тупланасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика