15:45 (UTC+5), 08 Февраля 2010

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль сираттағы гастролдәргә әҙерләнә

Әлфиә Әһлиуллина
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективтың 70 йыллығына арналған сираттағы гастролдәргә әҙерләнә. Киләһе айҙың башынан уҡ «ғәскәровсылар» концерттар менән республика, Силәбе өлкәһе ҡалалары һәм ауылдары буйлап юлға сығасаҡ. Турне сиктәрендә ансамбль «Ырымбур мамыҡ шәле» Бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте фестивалендә ҡатнашасаҡ, ул 10 мартта Ырымбур өлкә филармонияһында үтәсәк.
Ансамбль директоры урынбаҫары Радик Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ансамбль Белорет, Учалы, Сибай, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларында, Асҡар, Иҫәнғол ауылдарында, Силәбе өлкәһендә Миәс ҡалаһында буласаҡ. Тамашасыларға күп милләтле Башҡортостандың һәм бөтә донъяның мәҙәниәтен сағылдырыусы иң яҡшы номерҙар ингән юбилей программаһы тәҡдим ителәсәк. Улар араһында Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Биҙрә менән боронғо башҡорт бейеүе», «Тороҡтороусылар», «Бесәнселәр», «Ете ҡыҙ», Хәшим Мостаевтың «Ҡурай сәскәһе», «Шаян ҡыҙҙар» кеүек популяр хореографик композициялар, шулай уҡ молдаван, татар, рус, ҡалмыҡ, белорус бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк.
Шуны ла әйтеп үтәйек, былтыр йыл аҙағында Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Рәсәй ҡалалары буйлап юбилей гастроль турнеһы ойошторғайны ине. Ул саҡта байрам программаһын Мәскәү, Һамар, Ҡазан тамашасылары күргәйне.
— Быйылғы гастролдәрҙе юбилей турының дауамы тип иҫәпләргә мөмкин, — ти Радик Шәрәфетдинов.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика