06:29 (UTC+5), 08 Февраля 2010

БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханаларында «Ир-егеттәр һаулығы» акцияһы үтә

Елена Макушина
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан БР “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханаларында “Ир-егеттәр һаулығы” шәфҡәтлелек акцияһы старт ала. Был сара Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡортостан Республикаһы урологтары ойошмаһы менән берлектә үткәрелә. БР “Башфармация” предприятиеһынан аңлатыуҙарынса, урология ярҙамын халыҡҡа яҡынайтыу - акцияның төп маҡсаты.
Һәр кешенең даими медицина тикшереүе үтергә тейешлеге сер түгел. Үкенескә күрә, ир-аттың күпселеге табиптарға һирәк мөрәжәғәт итә. Сирҙән оҙаҡ ваҡыт дауаланғансы, иҫкәртеүе еңелерәк, тип иҫәпләй компания вәкилдәре.
Шуға күрә бындай акцияны ойоштороп, уның дауамында БР “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы дарыуханаларының ҡайһы береһендә табип-урологтар консультацияһын тәҡдим итергә ниәтләгәндәр. Бынан тыш, дарыуханалар ир-егеттәр сәләмәтлеге өсөн кәрәкле һәр төрлө дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк, тип ышандырҙылар фармпредприятиенан.
Акция 2010 йылдың 15 февраленән 19-на тиклем үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика