Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2010, 18:11

Башҡортостандың тыл ветерандары: эшсәндәргә дәүләт йөҙө менән боролорға тейеш!

Республика Хәрби Дан музейында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы сиктәрендә “Тылда ла яуҙағы һымаҡ” лозунгыһын исем итеп алған тыл ветерандарының осрашыуы - конференция үтте. Ошо һәм башҡа лозунгылар һуғыш йылдарында завод цехтарында, колхоз баҫыуҙарында рух ныҡлығы һәм этәргес көс биргән. Шуға ла Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан “Рәсәйҙең хеҙмәт даны” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге музей менән берлектә башҡорт хеҙмәтсәндәренең Еңеүгә өлөшө хаҡында хәтергә төшөрөргә һәм хәҙерге Рәсәйҙә хеҙмәт кешеһенә булдырылған ҡараш хаҡында фекер алышырға ҡарар итте.
“Рәсәйҙең хеҙмәт даны” Башҡортостан төбәге ойошмаһы рәйесе, Социалистик хеҙмәт геройы Ғүмәр Теләшев осрашыуҙа ҡатнашыусыларға тағы бер лозунгыны иҫкә төшөрҙә - “Ныҡлы тыл булмайынса еңеү фронты юҡ!”, һәм ул ваҡытта хеҙмәттең беҙҙең илдә батырлыҡ, геройлыҡ, намыҫ эше булыуын билдәләне. Һәр заманда ла СССР үҙенең геройҙарын данланы, шул иҫәптән хеҙмәт геройҙарын да, конференцияла Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Миҙхәт Хафизов, Зиһаф Дауытов, Әмир Мусин һәм Ғүмәр Теләшевтең үҙенең дә ҡатнашыуы бының асыҡ өлгөһө булып тора.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың күптәре һуғыш йылдарында үҫмер генә булған һәм хәрәкәт итеүсе армияға саҡырылмаған, шулай ҙа улар был турала хыял иткән, әлбиттә. Әммә улар хеҙмәт фронтында ла үҙен күрһәтә алған, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында кәрәкле белгес, абруйлы кеше булып киткән. Үкенескә күрә, илебеҙҙә бындай хеҙмәткә хөрмәт етешмәй хәҙер.
«Телеэкрандарҙа, гәзит-журналдарҙа ла бөгөнгө көн геройҙары – шоу-бизнес йондоҙҙары, һәм хеҙмәт кешеһенә - инженер булһынмы ул, уҡытыусы, табип, ауыл хужалығы эшсәнеме – уларға урын юҡ, – тип үкенес менән билдәләй Ғүмәр Теләшев. – Етештереүселәр йәмғиәтенән ҡулланыусыларға әйләнеп барабыҙ. “Хеҙмәт” һүҙе әлеге Рәсәйҙең наградалар исемлегенән төшөп ҡалды”.
Ысынлап та, элек «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Хеҙмәт Даны ордендары, бихисап миҙалдар бар ине. Бөгөн быларҙың береһе лә юҡ. Һәм Рәсәй етәкселеге “Алға, Рәсәй!” лозунгыһын тәҡдим иткән икән, РФ Хөкүмәте менән РФ Президентына был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә кәрәк ине, тип иҫәпләй Башҡортостан ветерандары.
Һүҙ ыңғайы, Башҡортостандың фронтты авиацион двигателдәр, нефть продукттары, ҡорал, инженер саралары, аҙыҡ-түлек, кейем менән нисек тәьмин итеүен музейҙың беренсе ҡатында урынлашҡан экспозициянан ҡарап белергә мөмкин ине. Ветерандар һәм улар менән осрашыуға килгән 5-се лицей менән 129-сы мәктәбе уҡыусылары, ҡыҙыҡһынып, күргәҙмәне урап сыҡты, кемдер хәтер яңыртһа, йәш быуынға ла күп нәмә белергә мөмкинлек тыуҙы.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевҡа, Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм хужалыҡ итеүсе структура етәкселәренә “Дәүләт эшсәндәргә йөҙө менән боролорға тейеш!” тигән мөрәжәғәт ҡабул ителде.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: