10:56 (UTC+5), 04 Февраль 2010

Ванкувер-2010: ватан призерҙары яҡшы аҡса аласаҡ

Лилия Тыртышная, Дмитрий Слезин
Ете көндән Ванкуверҙа XXI ҡышҡы Олимпия уйындары башланасаҡ.
Рәсәй йыйылма командаһына 179 атлет инде, был Туринда уҙған ҡышҡы Уйындар-2006-лағыға ҡарағанда берәүгә күберәк. Шуларҙан 55 кеше — атҡаҙанған спорт мастерҙары.
Спорттың 14 төрө буйынса 86 миҙал комплекты буласаҡ. Ватандаштарыбыҙ программаның 77 номерында ҡатнашасаҡ.
Ванкуверҙағы ҡышҡы Олимпия уйындары-2010 еңеүселәре һәм призерҙары лайыҡлы бүләк аласаҡ — «алтын» миҙал өсөн 100 мең евро, «көмөш» һәм «бронза» өсөн — 60 һәм 40 мең.
Бынан тыш, "Рәсәй олимпиада еңеүселәрен яҡлау фонды" ярыш призерҙарын автомобилдәр менән өҫтәмә дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Өҫтәүенә спорт төрҙәре буйынса төп федерациялар үҙ спортсылары өсөн приздар билдәләне — 50 меңдән 100 мең долларға тиклем. Традицион рәүештә һәр төбәк үҙ яҡташтарына аҡсалата бүләк тапшырасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең республиканан Олимпиада-2010-ға 11 кеше барасаҡ: биатлонсы Максим Чудов, трамплиндан һикереүсе Дмитрий Васильев, ике төрҙән көрәшсе Сергей Масленников, тау саңғысыһы Ләйсән Раянова, шорт-трек тиҙ йөрөүселәре Руслан Захаров менән Семен Елистратов, "Салауат Юлаев" хоккей клубы хоккейсылары Дмитрий Калинин, Сергей Зиновьев, Виктор Козлов һәм Александр Радулов (запаста — Александр Еременко, Виталий Прошкин һәм Олег Твердовский) һәм бобслейсы Дмитрий Абрамович.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика