05:27 (UTC+5), 04 Февраля 2010

«Салауат Юлаев» һөҙөмтәле матчта «Лада»ны отто

Дмитрий Слезин
Тольяттила Өфөнөң “Салауат Юлаев”ын урындағы “Лада” ҡабул иткән Континенталь хоккей лигаһының сираттағы матчы тамамланды. Өфөлөләр 5:2 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште.
Беренсе осорҙа уҡ “юлаевсылар” уңышҡа ҙур аҙымдар яһаны – 3:0. Петр Счастливый беренсе шайбаны ҡапҡаға ырғытып һәм өсөнсөһөндә ҡатнашып (Игорь Григоренко ярҙамында), Өфө өсөн тәүге мәрәйҙәр йыйҙы.
Матчта икенсе голды Олег Твердовский индерҙе, уның ассистенттары - Сергей Зиновьев һәм Александр Радулов.
Икенсе ваҡыт арауығында Счастливый Григоренкоға йәнә отошло уйыны менән ярҙамлашты – 4:0, ә Радулов өфөлөләрҙең бишенсе һөҙөмтәле атакаһын уңышлы тамамлап ҡуйҙы - 5:0.
Ошонан һуң ғына хужалар Виктор Другов ярҙамында уйын иҫәбен бер аҙ үҙгәртеүгә иреште – 1:5.
Иван Лекомцев күпселектә булыуҙарын ҡулланып, икенсе осорға нөктә ҡуйҙы – 2:5.
Өсөнсө осорҙа Өфө хоккейсылары һәр төрлө ҡағиҙә боҙоуҙарҙа ғына “оҫталыҡ” күрһәтте, һөҙөмтәлә өс тапҡыр уйынсыларҙың кәметелгән составында уйнаны.
114 мәрәй туплап, Башҡортостан клубы КХЛ дөйөм турнир таблицаһында таҙа беренсе урынға сыҡты.
5 февралдә «Салауат Юлаев» Түбәнге Камала «Нефтехимик»ҡа ҡаршы уйнаясаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика