Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2010, 17:09

Николай Красниковҡа бөгөн 25 йәш тула

Бөгөн, 4 февралдә, Өфөнөң Ғ. Ҡадиров исемендәге спорт клубы лидеры Николай Красниковҡа 25 йәш тула. Был йәштә ҡайһы берәүҙәр мотоциклға ултырырға яңы тәүәккәлләй генә әле, был йәштә Ғабдрахман Ҡадиров боҙҙа мотоуҙыш буйынса беренсе тапҡыр донъя чемпионы була, ә Красников әле үк – 12 тапҡыр донъя чемпионы. Уның исеме брендҡа әйләнде, ә уның үҙен берәүҙәр – бер-бер артлы еңеү яулаусы кеше-машина, икенселәр сикһеҙ батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ҙур талант һәм сиктән тыш эшһөйәрлек кеүек сифаттарға эйә кеше булараҡ ҡабул итә. Һуңғыһы хәҡиҡәткә тап килә. Тап ошо сифаттар Красниковҡа еңеүҙәр конвейерға ҡуйылған иң юғары кимәлгә күтәрелергә булышлыҡ итте.
Николай Красников йылдан-йыл, һәр еңеүе һайын камиллаша. Уҙған миҙгел аҙағында ул, бер нисә йыл элекке кеүек, хәҙер ярыш алдынан юлды өйрәнмәүен таныны. Хәҙер уға ҡайҙа йөрөһә лә барыбер, ысын оҫта теләһә ҡайһы тректа, теләһә ниндәй һауа торошонда берҙәй яҡшы йөрөргә тейеш. Төп критерий – юл түгел, ә ярышташтар. Красниковтың кредоһы: һәр ярышташты ихтирам итеү, бер кемде лә көсһөҙ тип иҫәпләмәү, һәр ярышта бөтә көсөн һалып сығыш яһау.
Быйыл үҙенең боҙ карьераһының 10 йыллығын билдәләгән юбиляр нимәләргә өлгәшеүен иҫкә төшөрәйек. Биш тапҡыр рәттән Николай Красников шәхси ярыштарҙа донъя чемпионы булды. Уның еңеүҙәр серияһы – был рекорд яҡындағы тиҫтә йылда, ай-һай, ҡабатланыр микән... Икенсе рекорд: ете йыл рәттән Красников – команда ярыштарында донъя чемпионы. Уҙған ял көндәрендә ул Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында Рәсәйгә сираттағы команда алтыны килтерҙе.
Былтырғы шәхси донъя чемпионатында Николай Красников бөтә һигеҙ финал этабында ла отоп, максималь мәрәйҙәр һаны менән еңеү яуланы.
Ғинуар башында Николай дүртенсе тапҡыр Рәсәй шәхси чемпионатында еңеү яуланы. “Королдәр” класында Рәсәй алтыны ярты быуат самаһы элек биш тапҡыр рәттән еңеү яулаған Борис Самородовта ғына уныҡынан күберәк. Шәхси донъя чемпионаттарында Ғабдрахман Ҡадировта ғына Красниковтан бер алтын миҙалға күберәк. XXI быуатта башлыса Красников арҡаһында Ҡадировтың исеме ҡайтанан еңеү символына әйләнде.
Меңәрләгән тиҫтерҙәре араһынан ни өсөн тап ул ошондай данға өлгәшә алған һуң? Бер аҙ уның бала, үҫмер сағына күҙ һалайыҡ...
Үҫмер Николай милициянан мопедта ҡасыр булған. 11 йәшендә мотоспорт менән шөғөлләнә башлай. Атаһы шунда уҡ улының талантын күреп, машинаһын һата ла уға «Сузуки-125» һәм «йомшаҡ» боҙ рамаһы һатып ала. 13 йәшенән, 1998/99 йылдың ҡышынан боҙҙа – күлдә уҙышыу менән шөғөлләнә башлай. 15 йәшендә рәсми ярыштарҙа ҡатнаша башлай, 2000 йылдың 18 февралендә, Рәсәй юниорҙар беренселегенең ярым финалында 15 мәрәй йыйып, үҙенең тәүге еңеүен яулай.
2000 йылдың 16 декабрендә Николай тәүге тапҡыр Өфөнөң “Төҙөүселәр” стадионы боҙонда Рәсәй команда чемпионатының беренсе этабында ШААЗ өсөн сығыш яһай, ә бер йылдан, 15 декабрҙә, шул уҡ стадионда Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге спорт клубының «Башҡортостан» командаһы составында дебют яһай һәм юғары лиганың беренсе этабында Сергей Казаков, Илья Дроздов менән бергә еңеүгә өлгәшә. 2001/2002 йылдар миҙгелендә был трио Рәсәй чемпиондары алтын миҙалын яулап, Өфө клубының еңеүҙәр серияһын башлай. Шул ваҡыттан алып Николай Красниковтың тормошо һәм спорт биографияһы Өфө һәм Башҡортостан менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Шул уҡ 2002 йылда 17 йәшендә ул Европа чемпионатында көмөш миҙал яулай. Әйткәндәй, боҙҙа мотоуҙышта булған бөтә титулдарҙан Красниковтың бай спорт коллекцияһында Европа чемпионы титулы ғына юҡ.
Башта уның уҙышсы булып формалашыуында Владимир Белоногов менән Сергей Шутов ҙур роль уйнай. Һуңынан Белоногов Красников командаһына механик һәм тренер булып инә. Команданың тағы бер ағзаһы атаһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Олег Красников. Былтырҙан башлап атаһы –Николайҙың тренеры һәм йөрөү буйынса механигы. Двигатель буйынса механигы – Октябрьскийҙан элекке уҙышсы, ә һуңынан «Лукойл» командаһы механигы Марат Куюков.
Шулай итеп, Николай Красниковтың спорт коллекцияһында – 12 донъя чемпионы алтын миҙалы. Башҡортостан спортсыларынан бер кем дә республикаға Ғ.Ҡадиров исемендәге спорт клубы мотоуҙышсыһы кеүек спорт даны килтергәне юҡ. Шәмбе көнө Тольяттиҙа Николай шәхси ярыштарҙа донъя чемпионы титулы өсөн көрәшкә инәсәк. Алда – 10 этаплы марафон, һәм фиништағы маҡсат – Ер шарының иң көслө уҙышсыһының 13-сө алтын миҙалы. Шуға күрә Красников Тольяттиҙа стартҡа сығасаҡ 13-сө номер ҙа киң мәғәнәгә эйә. Был һан уға күп тапҡырҙар уңыш килтерҙе инде. Ләкин уңыш, билдәле булыуынса, иң көслөләргә генә юлдаш. 2010 йылда ла ысын мәғәнәһендә иң көслө донъя чемпионы булһын ине!
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: