Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Йәмғиәт
2 Февраля 2010, 12:00
Башҡортостан журналистары ТӨРКСОЙ Хөрмәт грамотаһы менән наградланды
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, шулай уҡ республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре: Альда Вәлиева, Флүрә Солтанова, Сәмиғә Ғафарова, Ғәзиз Йосопов Төрки мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошма (ТӨРКСОЙ) Хөрмәт грамоталары менән бүләкләнде. Журналистарға ТӨРКСОЙ эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан өсөн почетлы наградаларҙы халыҡ-ара ойошманың Генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы. Наградлау «Башинформ» агентлығында ТӨРКСОЙ етәксеһенең матбуғат конференцияһы сиктәрендә үтте.
- Башҡортостан беҙҙең ойошма менән күп йылдар уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Бөтә был ваҡыт эсендә республика ТӨРКСОЙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла, — тип билдәләне матбуғат конференцияһында Дюсен Касеинов. – Шуның менән бәйле, беҙ журналистарҙы үҙебеҙсә билдәләргә һәм бының менән уларҙың хеҙмәтен дәртләндерергә ҡарар иттек.
Халыҡ-ара ойошманың Генераль секретары һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан менән ТӨРКСОЙ-ҙың хеҙмәттәшлеге планында быйылғы йыл айырыуса йөкмәткеле булырға вәғәҙә итә. Сөнки 2010 йыл ТӨРКСОЙ-ҙа күренекле ғалим-төркиәтсе, Башҡортостанда тыуып үҫкән Әхмәт-Зәки Вәлиди йылы тип иғлан ителде.
— Шуға күрә лә журналистар алдында ҙур эштәр тора, — тине Дюсен Ҡорабай улы.
Автор:
Әлфиә Әһлиуллина
Теги:
халыҡ-ара хеҙмәттәшлеко
төрксой
Читайте нас