09:39 (UTC+5), 29 Января 2010

Өфөлә ҙур күләмдә мутлашырға йыйыныуҙы асыҡлағандар

Лиә Нәғимова
Өфөлә ҙур күләмдә мутлашырға йыйыныу факты буйынса енәйәт эше асылған. Тәфтишселәр мәғлүмәте буйынса, Өфөләге предприятиеларҙың береһендә етәкселек 158 миллион һумдан ашыу суммаға насостар һатып алғандан һуң өҫтәмә хаҡҡа һалымды ҡаплауға һалым органдарына документтар әҙерләп биргән.
— Һалым хеҙмәте компенсацияға дәғүә итеүселәрҙең ҡулға таҙа булмауына шикләнеп, түләүҙәр башҡарыуҙан баш тартҡан, — тип «Башинформ» агентлығына хәбәр итте Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. — Эске эштәр министрлығының БР буйынса иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш Идаралығының алдан тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә Өфө заводын насос менән тәьмин итеүсе Мәскәү фирмаһының, ҡағыҙҙа теркәлһә лә, ысынбарлыҡта булмауы, һатып алынған ҡоролмаларҙың күпкә арзаныраҡ тороуы асыҡланған.
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр был афераны ойоштороусыларҙы эҙләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика