08:10 (UTC+5), 28 Января 2010

2009 йылда Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы белгестәре 24 килограмм тәмәке ҡатышмаһын һатыуҙан алған

Елена Макушина
Уҙған йылда Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы тәмәке ҡатышмалары менән сауҙа иткән 55 юридик шәхесте һәм шәхси эшҡыуарҙы тикшергән. «Башинформ» агентлығына Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү һөҙөмтәһендә бөтәһе 24 килограмм ауырлыҡта 1482 берәмек һатыуҙан алынған. Бындай эштәр РФ баш дәүләт санитар табибының “Тәмәке ҡатышмаларын реализациялауға күҙәтеүҙе көсәйтеү” ҡарарын үтәү нигеҙендә башҡарылған.
Быйылдан иһә тәмәке ҡатышмалары әйләнеше Рәсәйҙә бөтөнләй тыйылған. РФ хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 декабрендәге Рәсәйҙә тәмәке ҡатышмалары әйләнешен тыйыу тураһындағы ҡарары 22 ғинуарҙа көсөнә инде.
Документ менән составында һаусәскә япрағы (Salvia Divinorum), гавайя розаһы орлоғо (Argyrea Nervosa), күк лотос сәскәһе һәм япрағы (Nymphea Caerulei) кеүек компоненттары булған тәмәке ҡатышмаларын эшләп сығарыу, һаҡлау, һатыу, таратыу, шулай уҡ тәмәке ҡатышмалары контрабандаһына тыйыу һалына. Үрҙә һаналған үҫемлектәрҙе үрсетеү ҙә тыйылған.
Тәмәке һәм хуш еҫ биреүсе ҡатышмалар составында була торған 23 синтетик каннабиноид та наркотик һәм психотроп матдәләрҙең яңыртылған исемлегенә индерелгән.
Ғәмәлдәге закондар йыйылмаһына ярашлы, күрһәтелгән наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешен булдырған граждандар героин, кокаин һәм башҡа наркотиктар менән эш иткәндәр кеүек үк енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика