05:58 (UTC+5), 27 Января 2010

“Иң яҡшы төбәк гәзите-2009” конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә

Любовь Колоколова
“Иң яҡшы төбәк гәзите-2009” IV Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә. Ул Бөтә донъя редакторҙар форумы менән Халыҡ-ара журналистика үҙәге ярҙамында Бойондороҡһоҙ төбәк нәшриәтселәре ассоциацияһы менән берлектә “Яңы Евразия” фондының киң мәғлүмәт сараларына ярҙам программаһы тарафынан ойошторолған.
Конкурсҡа 2009 йылда баҫылған түбәндәге номинациялар буйынса эштәр ҡабул ителә: «Иң яҡшы төбәк гәзите» (конкурстың төп номинацияһы), «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Уҡыусылар менән иң яҡшы кире бәйләнеш», «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымта)» һәм «Иң яҡшы йәштәр гәзите».
Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәр www.bestnewspaper.ru сайтында. Бында шулай уҡ элекке конкурс еңеүселәренең эштәрен ҡарарға мөмкин.
Билдәләнгән материалдар былтыр Рәсәй төбәк матбуғатында баҫылған иң яҡшы эштәр йыйынтығына инәсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара конференция ойоштороласаҡ. Заявкалар быйыл 15 февралгә тиклем ҡабул ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика