Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2010, 09:58

Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды ярҙамға өмөтләнә

Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядының да быйыл яҙ билдәләнәсәк Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына ҡатнашлығы бар. Күпселек өлөшө мәктәп уҡыусыларынан һәм студенттарҙан торған 17 эҙәрмән отряды һаман да шул һуғышта, сөнки “Һуңғы яугир ерләнмәйенсә, һуғыш та бөтмәй”, тигән билдәле девиз менән йәшәй улар. Урман һәм һаҙлыҡтарҙа һалдат мәйетен эҙләй, ә һуңынан, әгәр уңыш йылмайһа, яугир янында медальон йәки орден табылһа, архивтарҙан һалдаттың шәхесен билдәләй. Йыл һайын уларҙың эшмәкәрлеге арҡаһында хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеге әҙгә булһа ла ҡыҫҡара. Шанлы үткәндәргә битараф булмаған меңдәрсә кешенең выжданы тыныслана һәм үткәндәрҙән киләсәккә алып барған һуҡмаҡ та һаҡлана.
Башҡортостан Республикаһының Эҙәрмәндәр отряды фонды 2002 йылдан алып хәбәрһеҙ юғалған Ватанды һаҡлаусыларҙы, шул иҫәптән 127 мең Башҡортостандан сыҡҡан һалдаттарҙы эҙләү, исемдәрен хәтерҙә мәңгеләштереү менән шөғөлләнә.
«Был ваҡыт эсендә, насар хәлдәргә тарымайынса, тотҡарлыҡһыҙ 38 экспедиция ойошторолдо, — тип хәбәр итте БР Хөкүмәте ултырышында Фонд рәйесе Илдар Бикбаев. — Һуңғы йылдарҙа ғына медальон һәм ордендар буйынса 21 кешенең исеме билдәләнгән, шуларҙың етәүһен республикаға ҡайтарып, тыуған ерендә ерләнек».
Фонд эшмәкәрлеге РФ Президенты, БР Президенты, Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре, Өфө хакимиәте менән юғары баһаланған. Иң юғары баһаны һәм рәхмәт һүҙҙәрен эҙәрмәндәр республика халҡынан ишетә. Был Фонд хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү буйынса донъялағы берҙән-бер моделдең авторы, шулай уҡ бөтә донъяла билдәлелек яулаған www.obd-memorial.ru сайтын булдырыуға һәм Ленинград өлкәһенең Мга ҡалаһында Оборона министрлығының 90-сы махсуслаштырылған эҙәрмәндәр батальонын ойоштороу һәм дислокациялауға этәреүсе лә ул.
Ленинград өлкәһе эҙләү отряды менән берлектә Башҡортостан эҙәрмәндәре республиканан һуғышҡа киткән самолет экипажы ағзаларын эҙләү менән шөғөлләнә. Һуңғы ике йылда хәрби заданиенан ҡайтмаған һәм хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә торған өс экипаж табылып, Башҡортостандан сыҡҡан өс осоусының яҙмышы асыҡланған.
2006 йылдан алып эҙләү эштәре Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләү планына индерелгән. БР Хөкүмәте йылына өс экспедицияға аҡса бүлә. Дүрт йылда дөйөм сумма ике миллионға еткән. Ҡалған 5-9 экспедицияға йылына матди ярҙамды фонд спонсорҙарҙан алған.
«Төп эштәрҙе башҡарып сығыр өсөн эҙәрмәндәргә ҙур сығымдар талап ителә, бөгөнгө көндә ул 10 млн. һум менән билдәләнә; йыл һайын экспедицияларға 5,5 млн. һум аҡса кәрәк, — тине Илдар Бикбаев. — Республика советы, һуғыш ветерандары комитеты, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаты һәм Фонд БР Президенты менән Хөкүмәткә эҙәрмәндәр отрядына финанс ярҙамы күрһәтеүҙе һорап күп тапҡыр мөрәжәғәт итте. Республика Хөкүмәте эҙләү отрядтарын бюджеттан тыш финанслауға фондтың үҙенең эшмәкәрлеге аша аҡса табырға тәҡдим итте. Беҙҙең устав талаптарына ярашлы, эшмәкәрлегебеҙ һөҙөмтәһендә күҙалланған килем тәғәйен маҡсатҡа йүнәлтеләсәк: 17 эҙәрмәндәр отрядының йылына 7-11 экспедицияла ҡатнашыуына, биналарҙы ҡуртымға алыуға түләргә, оргтехника, экипировка, ҡорамалдар, транспорт һәм радиостанциялар һатып алыуға, bashpoisk.ufanet.ru сайтын алып барыуға, музей фондын һәм күргәҙмә йыһаздарын булдырыуға, даими эшләп килеүсе “Һалдат яланы серҙәре” күргәҙмәһен финанслауға».
Илдар Бикбаев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтан йәмғеһе 1,5 миллион һумға ике автомобилде, 17 металл эҙләүсе ҡорамалды, эҙәрмәндәр отрядына өс компьютер һатып алыуҙы БР бюджетынан финанслауҙарын һәм республика предприятиелары, ойошмаларынан маҡсатлы шәфҡәтлелек ярҙамын алыуға булышлыҡ итеүен һораны. Заманса техника менән ҡоралланыу эҙәрмәндәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген дә бермә-бер арттырасаҡ. Даими ярҙамы өсөн ул Президентҡа һәм БР Хөкүмәтенә, шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: