09:36 (UTC+5), 25 Января 2010

Инвалидтар проблемаларына арналған журналист конкурсы башлана

Социаль мәғлүмәт агентлығы 2010 йылда киң мәғлүмәт сараларында инвалидтар һәм инвалидлыҡ мәсьәләләрен яҡтыртҡан иң яҡшы яҙмаға “Ярҙам теле” конкурсын иғлан итә.
Конкурс инвалидтар һәм инвалидлыҡ мәсьәләләренә федераль һәм төбәк мәғлүмәт сараларының иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында үткәрелә. Тәүҙә ойоштороусылар инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген, инвалидтарҙы социаль реабилитациялау мәсьәләләрен, ғәрип балалары булған ғаиләләрҙең проблемаларын, позитив ҡарашлы әүҙем тормош менән йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең эшмәкәрлеген объектив яҡтыртҡан журналистарҙы баһаларға йыйына.
Конкурсҡа бөтә Рәсәй һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында, шулай уҡ федераль һәм төбәк интернет-баҫмаларҙа баҫылып сыҡҡан мәғлүмәти һәм аналитик жанрҙағы материалдар ҡабул ителә (репортаж, эссе, интервью, әңгәмә, статья, очерк).
Конкурста 2010 йылдың 15 июленә тиклем ебәрелгән (поята штемпеле буйынса) эштәр ҡатнаша. Конкурсҡа яҙманы Социаль мәғлүмәт агентлығына түбәндәге адрес буйынса ебәрергә: 127006 Мәскәү, 58-се абонент йәшниге.
Тулыраҡ мәғлүмәтте агентлыҡтың сайтынан ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика