Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2010, 19:27

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын лайыҡлы үткәрергә әҙерләнәләр

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләүгә әҙерлек Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең бөгөнгө ултырышында иғтибар үҙәгендә булды. БР Президентының юбилейҙы байрам итеүгә бәйле Указы 2007 йылда уҡ ҡабул ителеп, ойоштороу комитеты һәм саралар планы ла раҫланғайны.
«Был тарихи датаға өс айҙан күберәк ваҡыт ҡалды, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Үкенескә күрә, ул һәләкәтле һуғышта ҡатнашҡан ветерандар һаны йылдар үткән һайын кәмей бара. Уларҙың тормошон еңеләйтеү һәм мөмкин тиклем йәмләү – беҙҙең бурыс».
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов сығышын Рәсәй Президенты һүҙҙәренән башланы:: «Һуғыш ветерандары алдындағы социаль бурысты үтәүгә бер ниндәй глобаль үҫеш көрсөгө лә, финанс ауырлыҡтар ҙа ҡамасауларға тейеш түгел».
Вице-премьер мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостан Республикаһында 3698 һуғыш инвалиды, 6752 һуғышта ҡатнашыусы, хәрәкәт итеүсе армия составына инмәгән ғәскәрҙә хеҙмәт иткән 1383 хәрби хеҙмәткәр, 287 бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно, “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсегә” билдәһе менән бүләкләнгән 250 граждан, һәм дөйөм алғанда – 12370 һуғыш ветераны йәшәй. Бынан тыш, республикала һәләк булған (мәрхүм) инвалид һәм һуғыш ветерандарының 32 мең ғаилә ағзаһы, шулай уҡ һуғыш йылдарында тылдағы хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынлаштырған 79 мең тыл хеҙмәтсәне йәшәй.
Федераль һәм республика ҡануниәте менән билдәләнгән социаль ярҙамдың бар төрө лә ваҡытында һәм тулы күләмдә бирелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.
“Ветерандар тураһындағы” Федераль законға ярашлы, Рәсәй Пенсия фонды органдары аша, ветерандың категорияһына ҡарап, 927 һумдан 3088 һумға тиклем ай һайын аҡсалата түләүҙәр башҡарыла. Ай һайын аҡсалата түләүгә 641 һумлыҡ социаль пакет хаҡы ла инә (570 һумы – дарыуға һәм шифахана-курорт дауаланыуына, 71 һумы ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөүгә тәғәйенләнгән).
Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе менән 2009 йылда шифахана-курорт дауаланыуына инвалид һәм һуғышта ҡатнашыусыларға - 1186, тыл хеҙмәтсәндәренә 481 путевка бирелгән.
Һуғыш ветерандарына торлаҡ бина һәм коммуналь түләүҙәргә социаль ярҙам саралары ла күрһәтелә. 2009 йылдың 1 ғинуарынан был саралар ай һайын аҡсалата компенсация формаһында бирелә. 2009 йылда был ярҙам күләме 234 миллион һумдан ашып киткән.
Фидус Ямалетдинов Рәсәй Президентының 2008 йылдың 6 майындағы һуғыш инвалидтарын медицина күрһәтмәләренә ярашлы автомашиналар менән тәьмин итеү тураһындағы Указын үтәүгә бәйле шатлыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Башҡортостанда был эштәр тамамланған, 320 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды еңел автомобиль алған, ә 99 кеше машина урынына бер тапҡыр түләнә торған 100 мең күләмендәге аҡсалата компенсация алыуҙы уңай күргән.
70 кеше – ғаилә башлығын юғалтҡан хәрби хеҙмәткәр ғаиләһе ағзаһы, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары 2009 йылда БР Хеҙмәт министрлығы аша федераль бюджет иҫәбенән торлаҡты ремонтлауға матди ярҙам алған. Башҡортостан буйынса ремонттың уртаса хаҡы 6218 һум булып, матди ярҙамдың дөйөм суммаһы 10,7 миллионға еткән, һәм уртаса түләүҙәр күләме – 152 мең һум.
“Һуғыш һәм хеҙмәт, Ҡораллы көстәр ветерандары тураһындағы” БР Законына ярашлы, уҙған йылда 32 мең тыл хеҙмәтсәненә социаль ярҙам саралары күрһәтелгән, шул иҫәптән: торлаҡ йортҡа һәм коммуналь түләүҙәргә ай һайын түләнә торған матди ярҙам – 111,8 миллион һум, ай һайын аҡсалата түләүҙәр – дөйөм суммаһы 137 миллион һум.
Республикала РФ Пенсия фонды саралары иҫәбенә (дөйөм суммаһы 5,1 миллион һум) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә Еңеү көнөнә ҡарата бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам күрһәтеүгә бәйле эш алып барыла (бер ветеранға 400 һум).
Вице-премьер башҡорт ветерандарына күрһәтелгән федераль законда ҡаралмаған өҫтәмә ярҙам саралары тураһында ла әйтеп үтте. Һуғышта ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға пенсияға 1281 һум өҫтәп түләнә, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының айырым төрҙәренә иһә, клиник билдәләренә ҡарап, яраланыу-йәрәхәтте фронтта алыуын асыҡлағанда һәм хәрәкәт итеүсе армияла булыуын документтары менән раҫлаһа, өҫтәмәләр түләнә (уның күләме инвалидлыҡтың ниндәй төркөмөнә ҡарауынан сығып хәл ителә һәм 736,58 һумдан 1473,15 һумға тиклем етә, был ярҙамды 2000-дән ашыу кеше ала).
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө мәсьәлә булып ҡала. 2005 йылдан 2009 йылға тиклем республикала 463 һуғыш инвалиды һәм ҡатнашыусыһы торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Тағы ла 35 ветеранға торлаҡ һайланған, һәм әле документтары рәсмиләштереү өҫтөндә.
БР Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса, ветерандарға субсидияға таныҡлыҡ тапшырылғанға тиклем, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға варианттар табыу һәм алдан торлаҡ төрөн һайлау буйынса ҡала һәм район хакимиәттәре менән ҙур эштәр башҡарыла.
БР Хакимиәте ҡарары буйынса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, инвалид һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарының, тыл хеҙмәтсәндәренең торлаҡ шарттары тикшерелгән, аныҡ адреслы ярҙам алыуға мохтаждар билдәләнгән. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 2525 ветеран иҫәпкә ҡуйылған, шуларҙан 1285 ветеранға 2009 йылда ярҙам күрһәтелгән.
Ветеран, инвалид һәм һуғышта ҡатнашыусыларға медицина хеҙмәтләндереүе менән 176 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, 10 меңдән ашыу табип һәм 35 мең медицина персоналы шөғөлләнә. Шулай итеп, ветерандарҙы медицина хеҙмәтләндереүендә һаулыҡ һаҡлау учрежлениеларының 80 проценты, 65 процент табип кадрҙары һәм 83 процент урта медицина белеме булған хеҙмәткәр ҡатнаша, республика койка фондының 65 проценты ҡулланыла.
Һуғыш ветерандарын амбулатор һәм стационар дауалау сираттан тыш башҡарыла. Стационарҙарҙа өҫтәмә туҡландырыу ойошторолған.
БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы Еңеүҙең 65 йыллығына ветерандарҙы кәрәкле дарыуҙар йыйылмаһы менән тәьмин итергә ниәтләй.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған раҫланған саралар планына ярашлы, Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашлығында хәрби парад, Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында ҙур концерт үткәреү ҡаралған. Бөгөнгө көндә байрам сараларында ҡатнашыуҙы ойоштороуҙы һорап, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан мөрәжәғәттәр килә.
Байрам сараларын үткәреүгә ниндәй әҙерлек алып барылыуы тураһында планға индерелгән 72 сараның 54-енә уның ведомствоһы яуаплы булған БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев бәйән итте. Атап әйткәндә, ул республика хеҙмәте тураһында “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән фильмдың Еңеү көнөнә өлгөртөләсәге хаҡында хәбәр итте. Был фильмға Башҡортостандан тыш, үҙәк киноархивында табылған материалдар ҙа инәсәк. Башҡортостандың 17 эҙәрмәндәр отряды хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү һәм исемен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Улар Ҡыҙыл Армияның 598 хәрби хеҙмәткәрен тапҡан, ә хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән ике меңдән ашыу кешене архив документтары буйынса Башҡортостандан булыуын асыҡлаған.
«Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндә иҫтәлекле ҡоролмаларҙы асыҡлау ҙа мөһим эштәрҙең береһе, — тине Илдус Илешев. – Республика территорияһында 27 иҫтәлекле урын бар. Шулар иҫәбендә - 18 ҡәберлек һәм туғыҙ мемориал. Быларҙан тыш, бөтә муниципаль берәмектәрҙән 1846 ҡәберлек һәм мемориаль ҡоролма булыу тураһында мәғлүмәт алдыҡ, мартҡа тиклем уларҙы паспортизациялауҙы тамамларға кәрәк». Вице-премьер был эшкә дәүләт һәм муниципаль органдарҙан тыш, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмаларын да йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне. Дөйөм алғанда эш график буйынса бара һәм ҡыйынлыҡтар юҡ.
Илдус Илешев Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы рәйесе Марат Муллағәләмовҡа 112-се Башкавдивизия командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған һәйкәлдең 2010 йылдың 9 майына тиклем тамамланасағы тураһында һүҙ бирҙе, һәм Раил Сарбаев был мәсьәләне үҙенең махсус контроленә алды.
Ултырышта шулай уҡ Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев, БР хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полковник Илдар Баһаутдинов, БР эҙәрмәндәр отряды Фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев сығыш яһаны.
Автор:Николай Ермоленко
Читайте нас: