Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2010, 17:44

Тыуған яҡты өйрәнеү баҫмалары өсөн гранттар конкурсы иғлан ителде

Дмитрий Лихачев исемендәге фонд һәм Рәсәйҙең Тыуған яҡты өйрәнеүселәр союзы яҙыусы Даниил Гранин инициативаһы буйынса тыуған яҡты өйрәнеүгә махсуслашыусы баҫма киң мәғлүмәт саралары конкурсында ҡатнашыуға заявкалар йыйыу тураһында иғлан итте.
Был тыуған яҡ тураһында белемде арттырыуға йүнәлтелгән иң яҡшы ваҡытлы баҫмаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү өсөн эшләнә. Ойоштороусылар, конкурс тыуған яҡты өйрәнеү баҫмаларының мәҙәни һәм социаль статусын күтәреүгә булышлыҡ итер, уға ярҙамға урындағы власть һәм бизнесты йәлеп итер, тип ышана.
Түбәндәге талаптарға яуап биргән ваҡытлы баҫмалар (журналдар һәм алманахтар) ҡараласаҡ: крайҙы өйрәнеү материалдары баҫма күләменең 50 проценттан ашыуын биләй; баҫма кәмендә бер йыл элек асылған булырға тейеш; альманахтар сығарылышының дөйөм иҫәбе – кәмендә өс сығарылыш; тираж – кәмендә 100 дана. Унда тик юридик шәхестәр генә – ваҡытлы баҫманы ойоштороусылар йәки редакциялары ҡатнаша ала.
Конкурс һөҙөмтәләре 2010 йылдың 5 апрелендә Д.С. Лихачев исемендәге Фонд сайтында иғлан ителәсәк.
Конкурс финалына сығыусылар почетлы дипломдар менән бүләкләнә; еңеүселәр аҡсалата гранттар ала. Дөйөм гранттар фонды 2 500 000 һум тәшкил итә. 10-12 грант бүлергә планлаштырыла.
Заявкалар 15 мартҡа тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
191028, Санкт-Петербург, Моховая урамы, 15-се йорт, Д.С. Лихачев исемендәге фонд.
http://www.lfond.spb.ru/
Автор:Юлай Мәғсүмов
Читайте нас: