11:10 (UTC+5), 21 Января 2010

II республика шиғри тәржемә конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Любовь Колоколова
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында II Республика шиғри тәржемә конкурсына йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү үткәрелде.
2009 йылда йыл һайын БР Яҙыусылар союзының әүҙем ярҙамында «Бельские просторы» журналы тарафынан үткәрелгән шиғри тәржемә конкурсы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды. Ижади ярыш өсөн Мостай Кәримдең күләме буйынса ҙур булмаған, әммә тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә булған “Бәхетлеһеңме?” шиғыры тәҡдим ителде.
«Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин хәбәр итеүенсә, редакцияға 100-ҙән ашыу әҙәби тәржемә килде. Конкурста профессиональ тәржемәселәр ҙә, журнал уҡыусылар ҙа ҡатнашты, улай ғына ла түгел, ижади ярыш географияһы Рәсәй масштабтарына тиклем киңәйҙе: авторҙар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь һәм Ҡурған кешеләре лә бар.
Тәүҙә тауыш биреү аноним рәүештә үткәрелде. Һөҙөмтәлә финалға ете эш сыҡты. Уларҙың авторҙары — «B.IQ» белем биреү корпорацияһы директоры Игорь Садоков; шағирә, I Республика шиғри тәржемә конкурсы лауреаты Кристина Андрианова; шағир һәм яҙыусы Вадим Богданов; йәш әҙәбиәтсе Андрей Кадынцев; иҡтисад фәндәре докторы, шағир, I Республика «Слово» конкурсы лауреаты Лилия Кликич; Салауат шағиры Николай Краснощеков; «Бельские просторы» журналының 2007 йылдағы «Тәржемә» номинацияһындағы премия лауреаты шағир Сергей Янаки.
Игорь Садоков иң күп тауыштар йыйҙы. Ул үҙен шиғырҙар тәржемәсеһе ролендә тәүге тапҡыр һынаһа ла, уның тәржемәһе иң уңышлыһы тип танылды. Игорь Садоков II Республика шиғри тәржемә конкурсы лауреаты тип аталды. Ҡалған финалистар конкурста ҡатнашҡан өсөн дипломдар алды.
Еңеүселәргә наградаларҙы жюри рәйесе — Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев тапшырҙы.
Бынан тыш, бөтә финалистар ҙа «Бельские просторы» журналынан аҡсалата премиялар алды. Өс автор: Игорь Садоков, Сергей Янаки һәм Вадим Богданов – рус һәм рус телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе Владимир Денисов исеменән премиялар менән дәртләндерелде.
Рауил Бикбаев әйтеүенсә, тәржемәселәр ҙур изге эш башҡара: улар, тәржемә ителгән әҫәрҙәргә бөтә күңелен һәм талантын һалып һәм уларҙы башҡа халыҡтарға еткереп, тел барьерҙары аша үтеүгә, авторҙарҙы популярлаштырыуға булышлыҡ итә.
— Республика шиғри тәржемә конкурсы дауам иттереләсәк. Тәржемәселәрҙең яңы быуынын күреү бик ҡыуаныслы. Барығыҙға ла уңыштар һәм уңышлы ижади хеҙмәттәшлек теләйем, — тине Рауил Бикбаев.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика